1. Ученикам
  2. Новости
  3. 19 июнь көнө Ҡашкар ауылында «Түнгәүерҙәр йыйыны»

19 июнь көнө Ҡашкар ауылында «Түнгәүерҙәр йыйыны»

Июнь 22, 2021 Просмотров: 87

19 июнь көнө Ҡашкар ауылында «Түнгәүерҙәр йыйыны» үткәрелде. Беҙҙең Матрай урта дөйөм белем биреү мәктәбенән дә  20 уҡыусы ошо байрамға саҡырылды. Уҡыусыларҙы өс уҡытыусы , Иглекова Л.Р., Ғәлләмова Ф.Ю., Ҡаҙаҡҡолова Ә.М. оҙатып йөрөнөләр.

Уҡыусыларҙы Ҡашҡар урта мәктәбенә «Тамыр» студияһы алып инеп киткәс беҙ, уҡытыусылар, байрамдың асылыу танатанаһын ҡарарға барҙыҡ.

Тәүҙә байрамға килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу тантанаһы үтте. Унда беҙҙең район администрацияһы вәкилдәре, Башҡортостандың, Рәсәйҙең халыҡ артисы Үтәшев Хөрмәтулла, филология фәндәре докторы, профессор яҙыусы Иҙелбаев Мирас, тарих фәндәре кандидаты, доцент Сөләймәнов Фуат, журналист,  «Аманат» журналының редакторы Сәлмән Ярмуллин, журналист, тарихсы Азат Ярмуллин, Ҡоролтай ағзалары һәм башҡалар килгән ине.

Унан Аллеяны асыу танатанаһынан һуң бөтә ҡунаҡтарҙы өҫтәл янына сәй эсергә саҡырҙылар. Тәм-том менән һығылып торған өҫтәлдә тәмле шишмә һыуы менән сәй эсергәндән  һуң халыҡты йылға аръяғындағы туғайға саҡырҙылар.

Шул уҡ ваҡытта беҙҙең уҡыусылар ҙа мәктәптән килеп сыҡттылар. Һәм беҙҙе Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатовтың өйө тапҡырына алып килделәр, унда Фәрит ағайға таҡтаташ асҡандар икән. Шул өйө тапҡырынан уҡыусыларҙың бер нисәүһен мультфильм персонаждарының кейемдәрен кейҙереп, ҡалғандарын ҡуша теҙеп,  Айҙар етәкселегендә флешмоб төшөрҙөләр. Эй матур булды, хатта үҙебеҙ төшөрҙәй булып торҙоҡ!

Мәктәптән тағы ла  өс уҡыусыбыҙҙы алып ҡалғандар ине. Килһәк,  5 класс укыусыһы Таһиров Йәлилебеҙ бүләк алып ҡыуанып тора. «Тамыр» студияһы тарафынан бирелгән һорауҙарға иң  күп яуап биреүсе, йәғни иң күп житон йыйыусы,  ул булған икән. Студия күрһәткән мультфильмдағы персонаждарҙың исемдәрен әйтеү һәм был персонаж шул уҡ ваҡытта  нимә һөйләй. Шулай итеп, Таһиров Йәлил һәм Йылайыр гимназия-интернатынан бер уҡыусы бер үк күләмдә житон йыйыусы булараҡ бүләкләнгәндәр. Афарин! Тағы ла 7 класс укыусыһы Аҡҡусҡарова Дарина һәм 4 класс уҡыусыһы Махиянова Аида менән дә әңғәмә үткәргәндәр: нисәнсе класта уҡыйһығыҙ, ҡайһы ауылдан, ниндәй мәктәптән, нисә бала килдегеҙ, ғаиләлә тағыла кемдәрегеҙ бар кеүек һорауҙар биргәндәр.