Йәш эколяталар-тәбиғәт һаҡсылары
Февраль 21, 2025
Просмотров: 61
Бөтә Рәсәй кимәлендә үткәрелгән «Йәш эколяталар-тәбиғәт һаҡсылары» акцияһына Япарһаҙ мәктәбе уҡыусылары ла ҡушылды.Тағараҡты төрлөсә эшләргә була. Был юлы, Исҡужина Г. Ф. етәкселегендә уҡыусылар үҙенсәлекле яңы төрөн эшләп ҡарарға булдылар. Уның өсөн бойҙай, көнбағыш орлоғо, тары ярмаһы һәм борсаҡты он менән крахмал ҡушылған елемгә болғап, «пончиктар» эшләп, ағасҡа элделәр.