"Ете аҙым" марафонының өсөнө көнө

Декабрь 9, 2021 Просмотров: 23
«Ете аҙым» марафонының өсөнө көнө  “Башҡорт теле – аҡыл теле” девизы менән башланып китте. Был көндә уҡыусылар мәҡәлдәрҙә – халыҡ аҡылы сағылыуын иҫбатлап, аҡыл тураһында мәҡәлдәр менән таныштылар, балалар уйындары уйнанылар. Мәктәптә үҙидаралыҡ көнө ойошторолдо, уҡыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен үткәреп, уҡытыусы ролендә сығыш яһанылар.  Уҡыусыларға ла, “уҡытыусы”ларға ла был көн бикоҡшаны.
#Аҡыл – алтын.
#Аҡыллыға ым да етә.
#Аҡылыңды өскә бүл: берен һөйлә, икеһе эстә торһон.
#Аҡыллы уйлап ултырғансы, иҫәр эшен бөтөргән.
#Аҡыл төбө –алтын.
#Аҡыл – ҡаҙна, күңел – йоҙаҡ, тел –асҡыс.
# Аҡыл көстө еңә.