Башҡорт теле көнө

Декабрь 7, 2021 Просмотров: 31
14 декабрҙә, Башҡортостан  Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, Башҡорт теле көнө һәм бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу билдәләнәсәк.  Ошо айҡанлы, иҫтәлекле даталарға арналған ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле саралар бер йүнәлешле буласаҡ - “Ете аҙым” концепцияһына берләштереләсәк.Бөйөк Аҡмулланың “Нәсихәттәрен”дә билдәләнгән ете рухи ҡиммәткә таянып тормошҡа ашырыласаҡ. 
        Уға ярашлы марафондың беренсе көнө  «Башҡорт теле- иманлы тел”  темаһына бәйләп тантаналы линейка менән асып ебәрелде.Уҡыусылар Аҡмулланың нәсихәттәрен тыңланылар, тел тураһында шиғырҙар һөйләнеләр,йырҙар йырланылар.Телебеҙҙең матурлығына,аһәнлегенә тағы бер тапҡыр инандылар.