Мәңге йәшә, эй һөйөклө башҡорт теле!
Декабрь 14, 2025
Просмотров: 123
Башҡорт теле көнөнә ҡарата беҙҙең мәктәп районыбыҙҙың милли мәктәптәре етәкселәрен, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын "Мәңге йәшә, эй һөйөклө башҡорт теле!" исемле сараға йыйҙы. Ҡунаҡтарҙы уҡыусылар ҡурай көйө, башҡортса шиғыр, бейеүҙәр менән ҡаршы алды. 2 - се класта әҙәби уҡыу дәресенән башланғыс класс уҡытыусыһы Нурия Хәмиҙулла ҡыҙы Хөсәйенова "Урал" темаһына асыҡ дәрес тәҡдим итте. Кескәйҙәр дәрестә бик әүҙем ҡатнашып, әсә теленең, тыуған ерҙең ҡәҙерен яҡшы белеүҙәрен күрһәттеләр. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы Ҡаҙаҡҡолова тарафынан әҙерләнгән кластан тыш сарала «Хазина» театр төркөмөнә йөрөүсе уҡыусылар башҡорт халыҡ уйындарын да, йолаларын да, йырҙарын да, бейеүҙәрен дә күрһәтеп, матур сығыш менән ҡыуандырҙылар. 9-сы класс уҡыусыларының рухлы йырҙары барыһының да күңеленә хуш килде. Икенсе өлөштә ҡатнашыусылар 2 командаға бүленеп, телевизон "Әлләсе" уйынында әүҙем ҡатнашты, сәмләнеп ярышты. Сара инде гимнға әүерелгән "Башҡорт теле" йыры менән тамамланды. Килгән ҡунаҡтар матур ял итеп, рухи аҙыҡ алып, ҡәнәғәт таралышты. Сарала әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларға, әҙерләгән уҡытыусы ларға ҙур рәхмәт, артабан уҡыуҙарында һәм эштәрендә уңыштар теләп ҡалабыҙ.