Ябай ауыл кешеләренең, игенсе хеҙмәтенең баһаһы тураһында

Март 18, 2025 Просмотров: 142
Март айында Матрай ауылының үҫешенә ҙур йоғонто яһаусы билдәле шәхестәр тормошо, уларҙың ҡаҙаныштарын өйрәнеү, ябай ауыл кешеләренең, игенсе хеҙмәтенең баһаһы тураһында 8-се класс уҡыусыларына дәрес үткәрелде. Унда осрашыуға “Башҡорт” совхозының баш инженеры булып эшләгән Сәфәрғәле олатай Балыҡбаев саҡырылғайны.
Ул үҙенең тормошо, совхоздың уңыштары менән таныштырҙы. 80 йәшлек олатай хәҙер ҙә бик әүҙем тормош алып бара. Ул шул осорҙа директор булып эшләгән Әнүәр Ярмулла улы Ҡаҙаҡбаевтың эшкә яңы технологиялар керетеүе, кеше мәнфәғәтен иң беренсе урынға ҡуйыуы тураһында ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. Уҡыусыларға был йәнле һөйләшеү оҡшаны, күп һорауҙар бирҙеләр.
Шулай уҡ был осрашыуҙы дауам итеп, Йылайыр районында киң билдәле шәхес Әнүәр Ярмулла улы Ҡаҙаҡбаев тураһында Дәүләтҡолова Айзилә эҙләнеү – тикшеренеү эшен башҡарҙы. “Уның тормошо һәм хеҙмәте аша ауылымдың үткәне, шанлы тарихын өйрәнеп, ауылдан сыҡҡан ябай ауыл кешеләренең тормошо ил тарихы, халыҡ тарихы менән бәйле булыуын күрергә була”- ти йәш тикшереүсе. Шулай уҡ “Башҡорт” совхозы төҙөлгәндән бирле оҙаҡ йылдар келәт мөдире булып эшләгән Хәфизә инәй Ишмөхәмәтованан интервью алды, ауыл кешеләренән һорау алыу үткәрҙе. Осрашыуҙы Ҡаҙаҡҡолова Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы менән Килдеғолова Әлфиә Мөхтәр ҡыҙы ойошторҙо.