Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов

Февраль 21, 2025 Просмотров: 145
Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов Йылайыр районының Һабыр ауылында тыуған. 20 февраль көнө ике тиҫтәнән ашыу повестар һәм хикәйәләр авторы, билдәле яҙыусы үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләй. Уҡытыусы, журналист, прозаик , Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзындары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм атҡаҙанған уҡытыусыһы. Хәйҙәр Тапаҡовтың ижади тормошо тураһында әҙәби сәғәт үткәрелде.