Япарһаҙ мәктәбендә 23 февралгә ҡарата Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған бик бай йөкмәткеле һәм матур сара ойошторолдо.

Февраль 20, 2025 Просмотров: 74
Япарһаҙ мәктәбендә 23 февралгә ҡарата Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған бик бай йөкмәткеле һәм матур сара ойошторолдо. Әлбиттә, был байрам атайҙарһыҙ үтмәне.Уҡыусылар яҡындарына шиғыр һөйләп, йыр йырлап ишеттергәндән һуң, күңел йылыларын биреп эшләгән бүләктәрен тапшырҙылар. Артабан күңелле ярыштар һәм конкурстар башланып китте.Сәмле барған уйында бер ярышта "Еңеү" командаһы беренселеккә сыҡһа, икенсеһендә "Катюша" өҫтөнлөк бирмәне. Бигерәк тә "Мәргән уҡсы",
"Ялмандар", " Сәпкә тигеҙ" конкурстары барыһына ла хуш килде.Сара дуҫлыҡ еңеүе менән тамамланды. Атайҙар күтәренке кәйеф һәм күңелле ял минуттары бүләк иткәндәре өсөн уҡытыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр.