Шайморатовсылар исемен йөрөткән 7 класс уҡыусылары Иҫке Яҡуп ауылына экскурсияға барҙылар
Сентябрь 27, 2024
Просмотров: 70
25 сентябрь көнө беҙҙең Матрай урта мәктәбенең Шайморатовсылар исемен йөрөткән 7 класс уҡыусылары Иҫке Яҡуп ауылына экскурсияға барҙылар.
Экскурсияның маҡсаты: хәҙерге көндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, шулай уҡ беҙҙең Матрай мәктәбен тамамлаусы "Танкист" позывнойлы яугирҙең әсәһенең хәлен белешеп, ярҙам итеп ҡайтырға ине. Ошо ауылда тыуып үҫкән, мәшһүр ҡурайсы-импровизатор- Ишмулла Дилмөхәмәтовтың музейында ла булырға планлаштырҙылар.
Яугир егеттең әсәһе уҡыусыларҙы бик йылы ҡаршыланы, уҡыусы балаларҙың һорауҙарына ентекләп яуап ҡайтарҙы.
Уҡыусылар яугиргә өсмөйөшлө хаттар яҙып алып барҙылар. Балалар ҡулдарынан килгәнсе ишек алдында, өйҙә, баҡсала көҙгө эштәрҙе эшләшеп, күңелдәре булып, ауылдың уртаһында урынлашҡан музейға юл тоттолар. Музейҙа ауылдың клуб мөдире Буранбай ағай Йәнмырҙа улы балаларҙы ихлас ҡаршыланы. Ул данлыҡлы ҡурайсының " Һайра-һайра, һары һандуғасым" йырын тыңлатты, Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тормош юлын, ижад иткән йырҙарының тарихын һөйләне.
Уҡыусыларға был сәфәр бик оҡшаны. Балаларға бик файҙалы һәм фәһемле экскурсия ойошторған класс етәксеһе Лилиә Юлдаш ҡыҙына улар рәхмәттәрен әйтеп ҡайтырға юлға сыҡтылар.