“Халҡым өсөн” республика конкурсы

Апрель 17, 2024 Просмотров: 10
16 апрель көнө Йылайыр ауылындағы Шәйехзада Бабич исемендәге Башҡорт гимназияһында бөйөк шағир, дәүләт эшмәкәре Шәйехзада Бабич шиғырҙарын яттан һөйләүселәр “Халҡым өсөн” республика конкурсының муниципаль этабы үтте. Бабич шиғырын һөйөүсе , ололаусы балалар йыйылғайны был сараға. Беҙҙең мәктәптән 9 уҡыусы ҡатнашты был мәртәбәле сарала һәм бик матур сығыш яһанылар. “Бабич шиғритен һөйөүсе” номинацияһында еңеүсе булып 7 –се кластан Заһитова Әлфинә һәм 5 –се кластан Әбдрәшитова Аида танылдылар. 3 –се дәрәжә диплом менән 5 –се класс уҡыусыһы Назарова Мәликә бүләкләнде. Иң төп еңеүсе - Гран при алыусы – 9 –сы класс уҡыусыһы Сыңғыҙов Ильяс! Еңеүселәребеҙҙе һәм уларҙың етәксеһе Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы Ҡаҙаҡҡолованы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм республика этабында уңыштар теләйбеҙ! Бабич шиғырҙарын уҡыусылар яратып ятлай һәм Бабич шиғриәте йәшәй икән, тимәк Бабич рухы үлемһеҙ...11:15