Халыҡ - ара туған телдәр көнө

Февраль 22, 2024 Просмотров: 9
21 февраль Халыҡ - ара туған телдәр көнөнә ҡарата Йомағужа урта мәктәбендә мәктәп директорҙары, башҡорт һәм рус теле уҡытыусылары өсөн бик ҡыҙыҡлы сара ойошторолдо. Эшлекле һөйләшеүҙәр, "Бер аҙым алға баҫам да" исемле мастер - класс, телһөйәр йомағужалар тарафынан әҙерләнгән бай йөкмәткеле концерт барыһының да күңеленә хуш килде. Был матур, рухлы, күңелле осрашыуҙан дәрт - дарман алып ҡайттыҡ. Ойоштороусы коллегаларыбыҙға ҙур рәхмәт!