“Студент тормошо – үҙе бер ҡыҙыҡ мәл”
Январь 12, 2024
Просмотров: 31
“Студент тормошо – үҙе бер ҡыҙыҡ мәл”
Студент йылдарын бер кем дә йылмаймайынса хәтерләмәйҙер. Был йылдар кеше тормошоноң, бер яҡтан, ҡыҙыҡлы, икенсе яҡтан, яуаплы һәм хәл иткес мәле. Ҡыҙыҡлы, сөнки бөтөнләй яңы мөхит, яңы асыштар һәм танышыуҙар менән тулы осор. Яуаплы һәм хәл иткес, сөнки, ата-әсә ҡарамағынан сығып, күпмелер дәрәжәлә үҙаллы тормош башлайһың, киләсәктә тамағыңды туйҙырасаҡ, ғүмереңде бағышлаясаҡ һөнәр алаһың, белем туплайһың. Нисек кенә булмаһын, студент саҡтар бөтә замандарҙа ла хәтирәләргә бай, ғүмерҙең эскерһеҙ, хыял-өмөттәргә тулы, дәртле йылдарының береһе булып ҡала. Бөгөнгө студенттар нисек йәшәй? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптар биреп, тыуған мәктәбе менән осрашыу маҡсатында матур осрашыуға йыйылды студенттар.
Эйе, бик йылы, күңелле осрашыу булды. Йәштәр үҙҙәренең уҡыу йорттары тураһында матур итеп һөйләнеләр, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға төплө, аңлайышлы итеп яуап ҡайтарҙылар, студент тормошоноң ҡыҙыҡлы осорҙарын иҫләнеләр. Рәхмәттәр әйтеү көнө уңайынан ҡунаҡтарыбыҙ үҙҙәренә белем биргән уҡытыусыларына, тәрбиселәренә, шулай уҡ тиҫтерҙәренә ихлас күңелдәренән рәхмәт еткерҙеләр.
Кисә студенттар һәм уҡыусылар араһында командаларға бүленеп төрлө уйындар, ҡыҙыҡлы һорауҙар аша белемдәрен күрһәтеү менән дауам итте. “Барлыҡ һөнәрҙәр ҙә яҡшы, барлыҡ һөнәрҙә кәрәк” икәненә төшөндө уҡыусылар. Йәшлекте шағирҙар тумаланған бөрө менән сағыштыра. Был раҫтыр. Әле асылмаған бөрө эсендә ниндәй урман шаулаясағы киләсәк эше булһа ла, бөгөнгө студенттарыбыҙ – илебеҙ йәме, киләсәгебеҙ тотҡаһы. Уңыштар һеҙгә!