Бейеү – ул мөғжизә, сихри донъя

Декабрь 21, 2023 Просмотров: 53
Бейеү – ул мөғжизә, сихри донъя! Бейеүсе кеше сәнғәткә үлеп ғашиҡ булған шҽхес булырға, халҡының йыр-моңон, тарихын белергә, ғөрөф-ғәҙәтен, телен, мәҙәниәтен ихтирам итергә, нәфис әҙәбиәтте, спортты яратырға, тәрбиәле, күҙәтеүсән булырға тейеш. Балаларҙа ошо сифаттарҙы тәрбиәләү һәм бейеү сәнғәтенә һөйөү уятыу маҡсатында үтте лә инде беҙҙең мәктәптә бейеү конкурсы. Уҡыусылар бик дәртләнеп, сәмләнеп әҙерләнделәр һәм матур сығыш яһанылар.