Башҡорт теле - ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге
Декабрь 14, 2023
Просмотров: 9
Башҡорт теле - ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, бай тарихын, ғөрөф - ғәҙәттәрен һәм йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем килтереп еткергән.
Шулай уҡ 14 декабрь – башҡорт халҡының атаҡлы мәғрифәтсе - шағиры М.Аҡмулланың тыуған көнө!
Туған тел – тормош сығанағы, белем шишмәһе. Һәр башҡорт өсөн телебеҙҙең һәр һүҙе матур, яғымлы, йомшаҡ, якын булһын. Туған телен һәр әсә балаһына өйрәтһен, ә бала ҙур бүләктәй ҡабул итеп, өйрәнһен. Туған теленә ихтирамлы кеше үҙ иленең, төбәгенең, ғаиләһенең шәжәрәһен, тарихын ҡәҙерләй. Башҡорт үҙ телен һаҡлап, үҫтереп, уның матурлығын һәм сафлығын юғалтмай, ҡәҙерләп йәшәһен.
Башҡорт теле көнө уңайынан үткәрелгән "Башҡорт теле-туған телем" кисәһендә 5-7 класс уҡыусылары актив ҡатнашты.