«Әлләсе» уйыны ысынында ла халыҡ уйынына әүрелде
Октябрь 30, 2023
Просмотров: 169
«Әлләсе» уйыны ысынында ла халыҡ уйынына әүрелде: уны мәктәптәрҙә балалар уйнайҙар, уҡытыусылар дәрестәрҙә ҡулланалар, йәштәр башҡорт сараларында бик әүҙем ҡуллана, «Тамыр» телеканалы һәм Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды менән уйынды халыҡҡа таратыуҙа ҙур өлөш индере лә.
Был бик фәмһемле һәм күңелле уйындың мәғәнәһе шулай: уйынсыларға аҡылын, оҫталыҡтарын күрһәтергә, тәҡдим ителгән бурыстарҙы тейешенсә үтәргә кәрәк. «Әлләсе» ҡатнашыусыларҙа тапҡырлыҡ һәм сослоҡ тәрбиәләй.
Күптән түгел, беҙҙең Матрай урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары – “Илһам” халыҡ театры актерҙарына (Сыңғыҙов Ильяс, Боҫҡонова Розалия, Ҡашҡаров Тамъян) ошо популяр тапшырыуҙа ҡатнашыу бәхете тейҙе. Уйын бик сәмле барҙы. Беҙҙең уҡыусы-актерҙар юғалып ҡалманылар һәм еңеүгә өлгәштеләр. Афариндар!
Балаларҙы ойоштороп алып йөрөүсе «Илһам» халыҡ театры етәксеһе Мәүлиҙә Хәлиулла ҡыҙы Замановаға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм артабан да ижади уңыштар насип булһын.
Шулай уҡ «Әлләсе» уйынының алып барыусыһы, ауылдашыбыҙ - Матрай ауылы егете Салауат Замановҡа алдағы тормошонда һаулыҡ, ғаилә бәхете һәм яңынан-яңы үрҙәр теләйбеҙ.