“Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең 25-се төбәк –ара конкурсы
Август 21, 2023
Просмотров: 26
16-18 августа Бөрйән районында “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең 25-се төбәк –ара конкурсы булып үтте. Был мәртәбәле конкурста район намыҫын беҙҙең мәктәп уҡыусылары яҡланы. Унда балалар баҡсаһына йөрөгән кескәйҙәрҙән алып колледж студенттарына тиклем ҡатнашты. Шундай кимәлдәге сара бик матур ойошторолдо: иҫ китмәле тамаша, дәртле йыр – бейеүҙәр, күңелле ялдар бөрйәндәрҙең ҡунаҡсыл икәнлеген тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы. Шундай эҫе көндәрҙә Ағиҙел йылғаһына сумыу, хозур тәбиғәттә ял итеү бар арығанлыҡты һыпырып алғандай булды. Ә инде данлы тарихлы Шүлгәнташ мәмерйәһенә экскурсия, шулай уҡ яңыраҡ асылған музей комплексында булыу балаларға бик бай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Бәйгегә килгәндә уҡыусылар һынатманы: Мәғариф министрылығы тарафынан бирелгән дипломдар, сәхнәләштереү этабында Ҡашҡаров Тамъян, Сыңғыҙов Ильяс, Дәүләтҡолова Айзилә, Заһитова Әлфинәнән торған ижади коллектив М.Аҡмулла исемендәге БДПУ –ның “Аҡмулла сәсән традицияларын дауам итеүсе” номинацияһына лайыҡ булды. Сыңғыҙов Ильяс “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр араһында “Аманатҡа тоғролоҡ” номинацияһында еңеүсе булды, шулай уҡ Ҡоҙғон ролен оҫта башҡарған өсөн ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнде. Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы Ҡаҙаҡҡолова етәкселегендә барған уҡыусылар иҫ киткес рух байлығы алып, сәмләнеп ҡайтты һәм шундай матур ял өсөн директорыбыҙ Әлиә Рафаэль ҡыҙына, методист Гөлфиә Рәсүл ҡыҙына, мәғариф бүлегенә, өс көн буйына беҙҙе алып йөрөгән водитель Фәнис ағай Ғәлимовҡа ҙур рәхмәтен еткерә.