Класташтар менән тәбиғәттә

Май 24, 2023 Просмотров: 23
Уҡыусыларҙың көтөп алған иң оҙон каникулы ла килеп етте. Уҡыу йылын уңышлы тамамлап, класташтар менән тәбиғәттә матур ял ойоштороу электән килгән традиция.
Бөгөн беҙҙең башланғыс класс уҡыусылары үҙҙәренең класс етәкселәре менән саф һауала күңелле ял итеп, төрлө спорт, халыҡ уйындарын уйнап, ата-әсәләр әҙерләп ебәргән тәмлекәстәр менән һыйланып, ҡыуанып ҡайттылар.