“Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы

Май 17, 2023 Просмотров: 94
16 июнь көнө район мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә һәр йылдағыса халҡыбыҙҙың мәшһүр ҡомартҡыһы “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсының муниципаль этабы үтте. Быйылғы йыл конкурсында ла беҙҙең мәктәп уҡыусылары һынатманы, үҙҙәренең матур, рухлы сығыштары менән ҡыуандырҙы. 8 –се класс уҡыусылары Сөләймәнова Амалия эпосты яттан һөйләү этабында 2- се урын, ә Сыңғыҙов Ильяс Гран – при яуланы. Шулай уҡ Ильяс “Урал батыр” проекты етәксеһе Фәндиҙә Гәлимйән ҡыҙы Ҡоҙашева булдырған премияға лайыҡ булды! Етәкселәре башҡорт теле уҡытыусыһы Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы Ҡаҙаҡҡолова уҡыусыларҙа халыҡ ижадына һөйөү, ихтирам тәрбиәләгән. Шулай уҡ эпостан өҙөк сәхнәләштереүҙең икенсе турында Венера Ноғоман ҡыҙы Йәрмөхәмәтова әҙерләгән балалар ижади төркөмө (Сыңғыҙов Ильяс, Ҡашҡаров Тамъян, Дәүләтҡолова Айзилә, Заһитова Әлфинә) Гран – при яуланы! Афарин, уҡыусылар !!!! Иртәгә еңеүселәр район исеменән Сибай ҡалаһында үтәсәк зональ бәйгелә ҡатнашасаҡ, беҙ уларға ҙур уңыштар, ярыш сәме, иңдәр араһында үҙҙәрен һынатмауҙарын т еләйбеҙ. Уңыштар һеҙгә!!!