Урал батыр һәм Һомай - 2023!

Май 16, 2023 Просмотров: 29
Япарһаҙ тәрбиәләнеүселәре, ҡыҫҡа ваҡытлы төркөм булыуҙарына ҡарамаҫтан, барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнашырға тырыша. Быйыл да беҙгә район күләмендә үткәрелгән, мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн, "Урал батыр һәм Һомай - 2023!" бәйгеһендә ҡатнашыу бәхете насип булды. Бәйгелә беҙҙең төркөмөбеҙҙең йондоҙо, Баймурзина Риана Даян ҡыҙы, матур сығыш яһаны. Бәйге бик сәмле барҙы, бәләкәстәр һәр береһе, үҙенсә, оҫталыҡ күрһәтте. Бәйге булғас, еңеүсе лә була, иң мөһиме, ҡатнашыу тип, бәйгеселәргә үҙенең оҫталығын күрһәтеп, башҡаларҙың сығышына һоҡланып, рухи байлыҡ алып, ҡанатланып ҡайтты беҙҙең Риана! Киләсәктә лә Рианаға тик уңыштар ғына йылмайһын, тағы ла бейек үрҙәр яуларға насип булһын!