Был донъяла иң ҡиммәтле нәмә – кеше ғүмере

Май 16, 2023 Просмотров: 50
Был донъяла иң ҡиммәтле нәмә – кеше ғүмере. Әле яңы ғына мин йәшәйем тип донъяға ауаз һалаһың, ҡайһы арала инде аҡҡан һыуҙай үҙенең тормош ололоғон тиҫтәләгән йылдар менән билдәләй. Бәләкәй ваҡытта һәр тыуған көндө шатлыҡ-һөйөнөстәр менән көтөп алаһың, тиҙерәк үҫәһе, ҙур булаһы килә. Ә йылдар уҙған һайын әҙәм үҙенең тыуған көндәрен сабырыраҡ ҡаршы ала башлай. Артҡа әйләнеп ҡараған һайын үткән ғүмер юлдары, иҫтәлектәре күҙ алдына килә. Үткән йылдар, үтелгән юлдар заяға уҙмағанлығы, ғүмер көҙҙәренә еткәндә емештәр инде өлгөргәнме – бына шуларҙы әкрен генә барлай башлайһың.

Бөгөн беҙҙең мәктәптә ошо уҡыу йылында үҙҙәренең юбилейҙарын билдәләүсе коллегаларыбыҙҙы тәбрикләү тантанаһы булып үтте. Сара башында юбилярҙар түрҙән урын алды. Уларға ҡарата матур ҡотлауҙар, йылы теләктәр яуҙы.
Ҡашҡаров Тамъян менән Салауатов Илнарҙың ҡурайҙа төрлө көйҙәре, Аптиков Арсландың баянда өҙҙөрөп уйнауы, Гөлдәр Баймырҙина, Лилиә Игелекова, Венера Йәрмөхәмәтоваларзың моңло йырҙары байрамды тағы ла нығыраҡ йәмләне. Сара һуңында юбилярҙар үҙҙәренең рәхмәт һүҙҙәрен Айгөл Шәрифулла ҡыҙының, Юнер Әмировичтың йырҙары аша еткерҙеләр. Юбилейҙарын ҡаршылаусы коллегаларыбыҙға алдағы тормошонда ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхетле киләсәк, эштәрендә уңыштар, ғаилә бәхете, балалар ҡыуанысы, донъя тыныслығы теләйбеҙ.