Шәйехзада Бабич шиғырҙарын яттан һөйләүселәр Республика конкурсыны
Май 5, 2023
Просмотров: 14
4 май көнө Йылайыр Башҡорт гимназияһында күренекле шағир Шәйехзада Бабич шиғырҙарын яттан һөйләүселәр Республика конкурсының икенсе туры булып үтте. Был мәртәбәле сараға Башҡортостандың төрлө төбәктәренән 1 –се турында ҡатнашҡан шиғыр һөйөүселәрҙең иң – иң 35 еңеүсе уҡыусы һайлап саҡырылғайны. Шулар араһынан беҙҙең мәктәптән Иҫәнгилдин Фидан менән Ҡашҡаров Тамъян уңышлы сығыш яһанылар. Фидан Өфө Фән һәм технология университетының “Иң сағыу сығыш” номинацияһы буйынса дипломға лайыҡ булды. Етәкселәре башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ҡаҙаҡҡолова Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы менән уҡыусылар тарихи урындар буйынса үткәрелгән экскурсияларҙа булып, яҡшы тәьҫораттар менән ҡайттылар.