Тимур командаһы

Май 2, 2023 Просмотров: 84
Матрай урта мәктәбендә күптән инде, өлкәндәргә ярҙам йөҙөнән, Тимур командаһы эшләп килә. Ошо йәһәттән, мәктәбебеҙҙең 7 класс уҡыусылары, класс етәкселәре Ғәлләмова Фирҙәүес Йосоп ҡыҙы менән өс төркөмгә бүленеп, Амакасов Шәһит олатайҙарға, Ҡунакова Зәйтүнә һәм Ҡудашева Гөлнур инәйҙәргә ярҙамға барҙылар. Улар утын ташып өйҙөләр, ишек алдарын һәм баҡсаларын таҙарттылар. Ихлас ярҙам иткәнгәме арыуҙың нимә икәнен дә белмәнеләр. Эш ырамлы барҙы, тиҙ генә әйтелгән эштәрҙе йомғаҡлап та ҡуйҙылар. Олатай, инәйҙәрҙең , шатлыҡтары йөҙөнә сыҡҡан ине. Тағы килеүҙәрен һорап, ҡыуанышып тороп ҡалдылар.