Башҡорт теленән халыҡ - ара диктант яҙыу акцияһы!
Апрель 20, 2023
Просмотров: 14
Республикала йыл һайын уҙғарылған башҡорт теленән халыҡ - ара диктант яҙыу акцияһына Матрай мәктәбе коллективы ла бик теләп ҡушылды. Мәктәп эсендә ойошторолған диктант яҙыу майҙансығында өлкән класс уҡыусылары менән бергә уҡытыусылар - бөтәһе 52 кеше үҙ туған телдәрендә белемдәрен һынап ҡаранылар. Был мәртәбәле акцияла ҡатнашыу үҙ туған телеңә ҡарата хөрмәт күрһәтеү, шул уҡ ваҡытта оло яуаплылыҡ икәнен дә тойҙо диктант яҙыусылар.