Театр – күп яҡлы, һоҡландырғыс һәм ғәжәйеп донъя

Апрель 17, 2023 Просмотров: 20
Уильям Шекспир “Донъя – ул театр”, тип яҙып ҡалдырған. Ысынлап та, театр – күп яҡлы,  һоҡландырғыс һәм ғәжәйеп донъя!
Матрай мәктәбе уҡыусылары, хеҙмәткәрҙәре мәктәптә үткәрелгән сараларҙан тыш ауыл мәҙәниәт йортоноң "Илһам" халыҡ театрында ла үҙҙәрен һанап ҡарарға өлгөрә.
Ошо көндәрҙә Р.Нурлығаяновтың "Аҡ сәскә һиңә бүләк" мелодрамаһының премьераһы булды. Ҡуйыусы режиссеры - Заманова М.Х..
Ошо спектакльдә үҙҙәренең рольдәрен оҫта итеп башҡарыусы уҡыусыларыбыҙ   Сынғыҙов Ильясҡа, Рәхмәтуллин Ғайсарға, Боҫҡонова Розалияға, коллегабыҙ Йәрмөхәмәтова В.Н. уҡыуҙарында, эштәрендә уңыштар, ижади үрҙәр теләп ҡалабыҙ!!!