Минең милли ризығым”

Январь 25, 2023 Просмотров: 24
Башҡортостан мәктәптәре араһында үткән “Минең милли ризығым” исемле флешмобҡа Матрай ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе бик әүҙем ҡушылды.  
Был акцияның маҡсаты - уҡыусыларҙы халҡыбыҙҙың милли аш-һыу төрҙәре менән таныштырыу, уны әҙерләргә өйрәтеү һәм уҡыусыларҙы киләсәк тормошҡа әҙерләү булып тора. 
Был күркәм сарала Гөлназ Фәрит ҡыҙы  6-сы класс уҡыусылары менән “бауырһаҡ” милли ризығын бешереү буйынса оҫталыҡ дәресен үткәрҙе. Был татлы ризыҡты бешереү серҙәренә ҡыҙҙар ихлас ҡушылдылар: ҡамыр баҫырға, бауырһаҡты ҡырҡырға, бешерергә өйрәнделәр. 
Тәмләткестәрҙе бешереп бөткәс, тәмле сәй менән бешергән ризыҡтарын ауыҙ иттеләр.
#МинеңМиллиАшһыуым
#МоеНациональноеБлюдо2023