Матрай урта мәктәбендә бик фәһемле осрашыу булды
Ноябрь 10, 2022
Просмотров: 47
Матрай урта мәктәбендә бик фәһемле осрашыу булды. Осрашыуға хөрмәтле яҡташыбыҙ: иҡтисад фәндәре докторы, Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының иҡтисад һәм йәмәғәт финанстары секторы кафедраһы профессоры, тәбиғи фәндәр академияһының ғәмәлдәге ағзаһы - Абрар Бәҙретдин улы Ярлыҡапов килде.
Абрар Бәҙретдин улы йәш быуынға фәһем алырлыҡ абруйлы хеҙмәт юлын үткән, ҙур дәрәжәләргә лайыҡ булған, әле лә ғилми эшен дауам иткән оло ғалим ул.
Күренекле яҡташыбыҙ менән осрашыу, уның бөтә илгә әһәмиәтле булған хеҙмәт юлы менән танышыу, фекер алышыу уҡыусылар һәм уҡытыусылар күңелендә бай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ауылыбыҙҙан сыҡҡан абруйлы уҙаман менән осрашыу балалар күңелендә сағыу иҫтәлек булып ҡаласаҡ.