Уҡыусыларымды яратам. Уларҙың һәр ҡайһыһы шәхес
Октябрь 5, 2022
Просмотров: 29
"Уҡыусыларымды яратам. Уларҙың һәр ҡайһыһы шәхес. Нисек уҡыуҙарына ҡарамаҫтан. Һинең уларға ҡарата ихлас булыуыңды күрһә, улар ҙа һиңә шуның менән яуап ҡайтара", – ти Матрай урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Рәйлә Аптикова.
Педагогик уҡыу йорттарын тамамлағандарҙың күбеһе тәүге хеҙмәт аҙымдарын яһай башлау менән, ауырлыҡтарға түҙә алмай, һөнәрҙәренән китә, ә тик балаларҙың эскерһеҙ ҡараштарынан, мәктәп мәшәҡәттәренән һәм күнегелгән: «Һаумыһығыҙ, балалар! Ә хәҙер дәресте башлайбыҙ...», – тигән һүҙҙәрҙән башҡа тормошон күҙ алдына ла килтерә алмағандар ғына һөнәренә тоғро ҡала. Бына шундай педагогтарҙың береһе – Рәйлә Сабирйән ҡыҙы.
Матрай ҡыҙы, Кумертау педагогик училищеһын тамамлағас, хеҙмәт юлын Вознесенка башланғыс мәктәбендә башлай. Бер йыл эшләгәс, 1984 йылда Матрай урта мәктәбенә физкультура уҡытыусыһы булып эшкә килә һәм хәҙерге көнгә тиклем ошо мәктәптә хеҙмәт юлын дауам итә.
Һоҡланғыс педагог, үҙ эшенең оҫтаһы уҡыусыларҙың бер нисә быуынын үҙаллы тормошҡа әҙерләне. Уның сығарылыусылары төрлө өлкәләрҙә уңышлы эшләп йөрөй. Уларҙың барыһын да яратҡан уҡытыусыларына рәхмәт тойғоһо берләштерә.
"Балалар менән эшләү ауырмы?" – тигән һорауға Рәйлә Сабирйән ҡыҙы: «Юҡ, уҡыусыларҙың һәр ҡайһыһын шәхес итеп күрә белергә генә кәрәк. Уларҙың тормошона битараф булмаҫҡа, ҡайһыһындыр иғтибар менән тыңларға, ҡайһыһындыр маҡтарға, ҡайһыһындыр йәлләргә, кемеһенәлер кәңәш бирергә кәрәк. Һинең эскерһеҙ, ихлас булыуыңды күрһә, улар һиңә лә шуның менән яуап ҡайтара», – тип яуап бирҙе.
"Уҡыусылар араһында айырып яратҡандары буламы?" – тигән һорауға: «Мин уларҙың бөтәһен дә бер тигеҙ яратам, уларҙың һәр ҡайһыһын нисек бар, шулай ҡабул итәм», – тине.
Рәйлә Сабирйән ҡыҙы – бик сыҙам, сабыр уҡытыусы. Ә был сифат – педагог өсөн иң мөһимдәрҙең береһе. Бөгөнгө көндә лә уҡыусыларына өлгө булып, көсөн һәм ваҡытын йәлләмәй, бар йөрәген уҡыусыларына биреп, тормош юлынан алға атлай ул.
Рәйлә Сабирйән ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, яҡты киләсәк теләйбеҙ.