Юлай Мәҡсүтов исемендәге мәҡәләләр конкурсын йомғаҡлау
Июнь 9, 2022
Просмотров: 33
8 июндә Баймаҡ ҡалаһының халыҡ ижады үҙәгендә танылған журналист, "Йәшлек " гәзитенең Көньяҡ Урал райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе, БР һәм РФ Журналистар Берлеге ағзаһы Юлай Хөрмәт улы Мәҡсүтовтың Хәтер кисәһе, мәктәп уҡыусылары араһында ойошторолған Юлай Мәҡсүтов исемендәге мәҡәләләр конкурсын йомғаҡлау һәм еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы, һәм "Юлай аманаты" китабының исем туйы булып үтте. Был сараға Юлай Мәҡсүтовтың туғандары, дуҫтары, бергә эшләгән коллегалары саҡырылған ине. Өс туған булараҡ Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Альберт Салауатов һәм ҡурайсы Азат Биксурин музыкаль яҡтан биҙәнеләр. Матрай урта дөйөм белем биреү мәктәбенән Йәнғәлина Азалия (6 класс), Дәүләтҡолова Айгизә (8 класс), Такалова Сәриә (10 класс) ошо мәртәбәле конкурста ҡатнашып лауреат исеменә лайыҡ булып, "Юлайҙың аманаты" китабы, шиғыры яҙылған блокнот, исемләп яҙылған ручка һәм аҡсалата премия менән бүләкләнделәр. Дәүләтҡолова Айгизәнән Баймаҡ телевидениеһы интервью алып конкурсҡа ебәргән мәҡәләһе менән ҡыҙыҡһындылар. Етәкселәре Ғәлләмова Фирҙәүес Йосоп ҡыҙы.