"Һау бул, баҡсам!"

Май 27, 2022 Просмотров: 63
Япарһаҙ ауылы "Ҡояшҡай" төркөмөндә "Һау бул, баҡсам!" исемле матур сара үтте. Кескәйҙәр, йәғни буласаҡ уҡыусылар, төркөм тормошонда ниндәй шөғөлдәргә өлгәшеүҙәрен тағы бер иҫбатланылар. Улар тасуири итеп шиғыр ҙа һөйләнеләр, йырлап та күрһәттеләр, саф башҡортса, оҫта итеп бейенеләр ҙә. Ә, инде, иң тулҡынландырғаны, барыбыҙҙы баласаҡ хәтирәләренә алып ҡайтҡаны, вальс бейеүе булды. Һүҙемде йомғаҡлап, мин үҙемдең ҡошсоҡтарыма тик уңыштарҙан торған яҡты киләсәк, илебеҙҙең ышаныслы һәм тоғро шәхестәре булыуҙарын теләп ҡалам. Аҡ юлдар һеҙгә, бәләкәстәр!!!