Мөслим Бәхтиәр улы Әбсәләмовтың тыуыуына 90 йыл
Май 19, 2022
Просмотров: 72
12 июнь Юлдыбай урта мәктәбендә яҡташ яҙыусыбыҙ Мөслим Бәхтиәр улы Әбсәләмовтың тыуыуына 90 йыл тулыу уңайына үткәрелгән “Тыуған ергә дан йырланы” исемле әҙәби ижад конкурсы булып үтте. Был конкурста беҙҙең мәктәп уҡыусылары ла ситтә ҡалманы. М.Әбсәләмовтың тыуған яҡ темаһына арналған "Йомағужа тирәктәре " хикәйәһе ентекләп өйрәнелде һәм уның буйынса Ҡаҙаҡҡолова Ә.Ғ. видеодәрес үткәрҙе. Ә Игликова Л.Р. етәкселегендә бер төркөм уҡыусылар ошо уҡ хикәйәне сәхнәләштереп, 3 -сө урын яуланы. Конкурста әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларҙы ҡотлайбыҙ, артабан да уңыштар, яңы үрҙәр теләйбеҙ.