Тимурсылар командаһы
Май 6, 2022
Просмотров: 113
Илебеҙҙәге төп байрам - Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығы яҡынлаша. Матрай мәктәбенең 5 – 10-сы класс уҡыусылары 4-6 май көндәрендә тыл ветерандарына ғәҙҙәтәгесә “Тимурсылар командаһы” сифатындында ярҙам күрһәттеләр: баҡсаларын, ишек алдарын таҙарттылар, картуф баҡсаһына ер, түтәлдәр ҡаҙҙылар, бағана ултырттылар, өй йыйыштырҙылар, иҙән йыуҙылар, ҡулдан килгән эштәрҙе башҡарҙылар. Өлкәндәрҙең рәхмәт һүҙҙәрен ишетеп, матур теләктәрен тыңлап, уҡыусылар үҙҙәре лә изгелек эшләй алыуҙарына ҡыуанып бөтә алманылар. Тимурсылар хәрәкәте эше артабан да эшләр, оло быуын вәкилдәренә һәр кемебеҙҙән тик иғтибар һәм ихтирам ғына талап ителә.