15 апрель - Милли кейемдәр көнөндә Матрай мәктәбе коллективы "Мин милли кейемдә уҡыйым"
Апрель 15, 2022
Просмотров: 73
15 апрель - Милли кейемдәр көнөндә Матрай мәктәбе коллективы "Мин милли кейемдә уҡыйым" акцияһына әүҙем ҡушылды. Уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа милли кейемдә, йә милли биҙәүестәр тағып килделәр, бигерәк тә Япарһаҙ мәктәпкәсә балалар төркөмөнә йөрөгән кескәйҙәр сағыу милли кейемдә инеләр. Милли кейем көнө - тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә хөрмәт күрһәтеү ул. Шуға күрә барлыҡ кластарҙа ла тематик класс сәғәттәре үткәрелде.