Мәктәптә «Әлифба» байрамы үтте

Март 28, 2022 Просмотров: 35
Мәктәптә «Әлифба» байрамы үтте.
Әлифбаны уңышлы тамамлауҙары менән ҡотларға байрамға ата-әсәләр, беренсе класс уҡыусылары, уҡытыусылар йыйылды.
Сентябрь айында мәктәпкә аяҡ баҫҡан кескәйҙәр үҙҙәренең тәүге уңыштары менән уртаҡлаштылар, алған белемдәрен күрһәттеләр, шиғырҙар һөйләнеләр, йырҙар йырланылар. Әлифба һәм Азбука булып ҡатнашҡан 5 класс уҡыусылары Дәүләтҡолова Айзилә һәм Заһитова Әлфинә төрлө эштәр, һорауҙар, мәсьәләләр менән балаларҙы дәртләндереп кенә торҙолар.
Киләсәктә тағы ла тырышып уҡырҙар, төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнашырҙар тигән өмөт уятты улар.
Беренселәрҙе уҡырға өйрәтеүҙә күп көс түгеүсе ата-әсәләре һәм беренсе уҡытыусылары Гөлназ Фәрит ҡыҙы Белем иленең юғары баҫҡысына күтәрелеүҙә балаларға уңыштар теләне.
Байрамдан барыһы ла күтәренке кәйеф, дәрт, илһам алып ҡыуанды һәм ата-әсәләр әҙерләгән  өҫтәлдә һайланып таралышты.
Был сараны юғары кимәлдә, йыр-бейеүгә, шиғырға бай итеп ойошторған, алып барған Такалова Гөлназ Фәрит ҡыҙына мәктәп исеменән ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!